5 Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит.
Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.
Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ.
Алланың Яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған,
Әммә беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ.
Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.