16 Ул бит, әлбиттә, фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде.
16 Ул бит фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде.
Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ.
Вәғәҙәләр иһә Ибраһимға һәм уның нәҫеленән булғанға бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «нәҫеленән булғандарға» тип күптәр тураһында түгел, ә «нәҫеленән булғанға» тип берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.
Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ – Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ.
Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла – үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй.
Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды.
Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.
Ул донъя яратылғансы уҡ һайланғайны, әммә һеҙҙең өсөн һуңғы ваҡытта ғына асылды.