Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 2:11 - Инжил

11 Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Кешеләрҙе изге иткән Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә – бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан оялмай. Ул:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 2:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.


Шунан Үҙе тирәләй ултырғандарға ҡарап былай тине: – Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым!


Аллаға имандары булмаған һәм гонаһлы был быуындан кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла Үҙенең Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгән саҡта, ул кешенән оялыр.


Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ғәрләнә, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡыуында килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан ғәрләнер.


Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.


Бөтәһе бер булһын, Һин Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын.


– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».


Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерҙе, ваҡытты һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне.


Һеҙҙең ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тип әйткән кеүек, «беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ».


Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.


Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.


Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.


Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.


Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.


Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән.


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ