25 Бөтөнөгөҙгә лә Алла мәрхәмәте булһын.
25 Һәммәгеҙгә лә мәрхәмәт булһын.
Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.
Именлек Аллаһы Иблисте тиҙҙән аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.
Был сәләмде мин, Павел, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.
Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
Минең менән бергә булғандарҙың бөтөнөһө лә һине сәләмләй. Иманлы булған, беҙҙе яратҡан барыһына ла сәләм тапшыр. Мәрхәмәт һеҙҙең һәммәгеҙ менән дә булһын.
Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!
Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын.