Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 13:22 - Инжил

22 Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 13:22
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.


Мин, арағыҙҙа «баҙнатһыҙ», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Павел, Мәсихтең баҫалҡылығы һәм эскерһеҙлеге менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм.


Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ.


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Күрәһегеҙме, хатымдың ҙур хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн үҙ ҡулдарым менән яҙам.


Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе.


Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә: «Улым Минең! Раббының тәрбиәһенә битараф булма, һәм Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә.


Мин һеҙҙән, янығыҙға тиҙерәк ҡайтыуымды теләп доға ҡылыуығыҙҙы айырыуса үтенәм.


Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.


Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.


Шуға ла Уның ял биреү урынына инеү өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалайыҡ. Теге тыңлауһыҙҙар өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.


Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ