1 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.
Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ!
Уңыш байрамы еткәндә иман тотоусыларҙың барыһы ла бергә ине.
Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине.
Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.
Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,
Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.
Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ.
Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.
Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.
Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек.
Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!
һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ.
Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә.
Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.
Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.
Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.
Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин башта булған һөйөүеңде оноттоң.