Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 12:28 - Инжил

28 Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 12:28
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.


Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улы аша беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ.


Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.


Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң изге урынға инә алабыҙ.


Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.


Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был ерҙә килмешәк булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.


Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ.


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та, исемеңде кем данламаҫ? Тик Һин генә изгеһең, бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә Һинең алдыңда табынырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн, батшалыҡ һәм руханиҙар иттең, һәм улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ