Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 12:24 - Инжил

24 яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 12:24
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, бөтә тәҡүә булған кешеләрҙең ерҙә түгелгән ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк: тәҡүә Һабил ҡанынан алып, ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында һеҙ үлтергән Варахиин улы Зәкәриәнең ҡанына тиклем.


– Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ.


Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.


Әммә берәүгә аралашсы кәрәкмәй. Ә Алла – бер!


Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Ғайса Мәсих,


Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Иман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Израиль халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне.


Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул хаҡ булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй.


Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте.


Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.


Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе юғала барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.


Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге руханиҙар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.


Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Шундай көндәр килер, ти Раббы, Мин Израиль халҡы һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөйәсәкмен.


Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар вәғәҙә ителгән мәңгелек мираҫты ала алһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды.


Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтөн халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау менән кәзә ҡаны бөркөп сыҡты.


Шулай уҡ ул изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡуллана торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан бөрккән.


Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә итәғәтле булғанығыҙ һәм Уның ҡаны өҫтөгөҙгә бөркөлөү аша таҙарынғанығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ