Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 12:1 - Инжил

1 Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 12:1
52 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Һуҡыр кеше, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде.


барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй.


Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», – тигән һүҙен ишеткәс, әлеге ҡалалағы Самария кешеләренең күбеһе Ғайсаға инанды.


«Пәйғәмбәргә үҙ илендә ихтирам юҡ», – тип Ул Үҙе әйткәйне.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.


Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.


Иманда саҡта эшегеҙ яҡшы бара ине. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы?


Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫлөктө генә һөйләһен.


Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм, шулай уҡ, көрәшәһегеҙ.


Мәсих килер көндә көс һалыуым һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған икән тип ғорурлана алыуым өсөн тормош һүҙен вәғәзләгеҙ.


Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша.


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.


сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ.


Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ташлағыҙ!


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:


Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


белемгә – тотанаҡлыҡ, тотанаҡлыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ