Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:7 - Инжил

7 Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:7
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.


Ә инде һеҙ Данил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!),


Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.


Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған.


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?


Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».


Ә иман аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тиелә: «Күккә беҙҙең өсөн кем күтәрелер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн)


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.


Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды.


Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде.


Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды.


Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.


Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Ерҙәге руханиҙар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, бөтөнөһөн дә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.


Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик һигеҙ кешене, шул иҫәптән тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.


Элекке донъя һүҙ аша туфан һыуына батырылып һәләк ителгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ