Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:6 - Инжил

6 Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:6
47 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер.


Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды.


Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,


Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм былар бирелер.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.


– Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.


Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр?


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Ул буласаҡ әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне.


Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың ял биреү урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә,


Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,


Шул сәбәпле, иманығыҙға изгелек өҫтәү өсөн, бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Изгелеккә белемегеҙҙе өҫтәгеҙ,


Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ