Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:4 - Инжил

4 Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул хаҡ булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:4
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, бөтә тәҡүә булған кешеләрҙең ерҙә түгелгән ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк: тәҡүә Һабил ҡанынан алып, ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында һеҙ үлтергән Варахиин улы Зәкәриәнең ҡанына тиклем.


Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙға шундай имандары өсөн Алла тарафынан хуплау бирелгән.


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Һәр баш рухани, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтар өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.


Ҡанун бөтөн нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.


Был тәҡүә кеше, аҙғындар араһында йәшәгәндә, уларҙың әхлаҡһыҙ эштәрен күреп һәм ишетеп, көндән-көн ғазап сиккән.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ