Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:36 - Инжил

36 Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәренә хатта бығау һалынып, төрмәләргә ябыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:36
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр.


Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.


Тегеләр Уны мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин Ул, өс көн үткәс, терелеп торор.


Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк,


Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән.


Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡыллаған. Ғайсаға яҡын килеп, улар әсе шарап тәҡдим иткән


Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.


Әммә ике йылдан Феликс урынына Порций Фест килде. Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Павелды тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.


теге икәүҙе ҡулға алдылар. Инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар.


илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы.


Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.


Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты.


Бына шуға күрә мин, Павел, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандар өсөн Ғайса Мәсих хаҡына тотҡон, Аллаға доға ҡылам.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Онисифор ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы.


Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ