Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:32 - Инжил

32 Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гедеон, Варак, Самсон, Иеффай, Дауыт, Самуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:32
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.


Һеҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың, Яҡубтың һәм бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең унан ҡыуып сығарылыуығыҙҙы күреп, һыҡтарһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырлатырһығыҙ.


Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән.


Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым.


Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.


Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Самуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған.


Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте.


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.)


Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?


Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн гонаһ ҡылыуҙы дауам итергәме?


Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем.


Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.


Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ