Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:27 - Инжил

27 Муса, иман аша, батшаның асыуынан ҡурҡмайынса, Мысырҙан китә. Күҙгә күренмәҫ Алланы йәнәһе лә күргән кеше һымаҡ, ул түҙҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Иман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:27
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә.


Дауыт Уның тураһында былай тине: «Мин Раббыны һәр ваҡыт үҙ алдымда күрҙем. Ул минең уң яғымда, шуға күрә мин икеләнмәйем.


Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.


Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.


Күҙгә күренмәҫ Алла Мәсих ҡиәфәтендә күҙгә күренде. Ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ.


Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ