Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:16 - Инжил

16 Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:16
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни?


Аллаға имандары булмаған һәм гонаһлы был быуындан кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла Үҙенең Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгән саҡта, ул кешенән оялыр.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы тип тә атаған.


Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?


«Мин һинең ата-бабаларың табынған Алла. Мин – Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡубтың Аллаһы», – тигән ауазын ишеткән. Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итә алмаған.


Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.


Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.


Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткәне өсөн шулай эшләне.


Былай тип әйтеүселәр үҙҙәренең ысын йәнтөйәген эҙләүҙәрен күрһәтәләр.


Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә ниәтләгән.


Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ.


Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:


Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ