10 Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткәне өсөн шулай эшләне.
10 Ибраһим, рәссамы ла, төҙөүсеһе лә Алла булған ныҡ нигеҙле ҡаланы көтөп алған.
Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?
Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.
Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.
Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.
Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.
Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,
Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ.
Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе – Алла.
Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем.