6 Тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа, гонаһ өсөн килтерелгән ҡорбандар ҙа күңелеңә хуш килмәне.
6 Тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ ҡорбандары ла күңелеңә хуш килмәне.
Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.
Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.
Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.
Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.