35 Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.
Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен.
Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.
ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.
Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
Беҙ Мәсихкә инаныу аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.
Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң изге урынға инә алабыҙ.
Ул буласаҡ әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.
Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлашмаусанлыҡ тейешле язаһын алды.
Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.
Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.
Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.
Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.