Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 10:32 - Инжил

32 Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрегеҙҙе, ул саҡтағы ғазаптарға түҙгән мәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 10:32
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ.


Һеҙҙең һәм Лаодикиялағы имандаштар хаҡына, шулай уҡ мине йөҙгә белмәгәндәр хаҡына ниндәй көрәш алып барыуымды белеүегеҙҙе теләйем.


Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле.


Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан,


Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.


Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ