23 Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.
23 Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.
Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.
Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк.
Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.
Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.
Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә, Алла донъя башланғанға тиклем үк вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.
Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.
Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.
Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.
Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.
Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.
Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.
Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.
Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.