14 Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.
Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәтенә тапшырам. Уның һүҙе һеҙҙе тағы ла нығытырға һәм мираҫ аласаҡ барса изге ителгәндәр араһында үҙегеҙгә урын бирергә һәләтле.
көн уртаһындараҡ, эй батша, күктән төшкән бик көслө яҡтылыҡ күрҙем. Ҡояштан да сағыуыраҡ ул ут минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртты.
йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Аллаға яраҡлы, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, рухани хеҙмәтен башҡарам.
Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм.
Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.
Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.
Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.
Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.
Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән.
Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:
Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ.
Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.
Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.
Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.
Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға: