Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 10:10 - Инжил

10 Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 10:10
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.


Ә бер ғәскәри Уның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан ҡатыш һыу ағып сыҡты.


Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.


Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.


Ул беҙгә яңы һәм тормош биреүсе юл асты һәм был юл шаршау, йәғни Уның тәне кисергән ғазаптар аша үтә.


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.


Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән.


Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.


Ул Иң изге урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ