Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 1:3 - Инжил

3 Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 1:3
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Остаз, Муса ҡанунда әйткән: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен».


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


– Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм, – тине ул.


Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.


Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», – тип әйттеме икән?


Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.


Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.


Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.


Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме – беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған.


Васыят та ниндәйҙер кимәлдә килешеү булып тора. Ул уны яҙған кешенең үлеме иҫбатланғас ҡына үҙ көсөнә инә.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.


Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.


Уға данлы бөйөк Алланан: «Был Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен дан балҡышында күрһәтте.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ