Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:23 - Инжил

23 Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:23
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.


Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Израиль халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – тимер кейем, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейәйек.


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр төрлө эштә именлек бирһен. Раббы бөтөнөгөҙ менән бергә булһын.


Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсих аша иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.


Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Ефеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.


Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.


Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын.


Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.


Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ