Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:18 - Инжил

18 Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:18
51 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!


Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ.


Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


– Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.


Наггей – Мааф улы, Мааф – Маттафий улы, Маттафий – Семей улы, Семей – Иосих улы, Иосих – Иодай улы,


Ламех – Мафусал улы, Мафусал – Енох улы, Енох – Иаред улы, Иаред – Малелеил улы, Малелеил – Каинан улы,


Ҡайһы бер ҡатындар ҙа, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм Уның ҡустылары ла улар менән булды һәм һәр ваҡыт берҙәм рәүештә доға ҡылдылар.


Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.


Петр төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға бик тырышып доға ҡылдылар.


Ә беҙҙең эшебеҙ доға ҡылыу һәм артабан да һүҙ менән хеҙмәт итеү булыр.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.


доғаларымда иҫкә алып, Аллаға һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ рәхмәт әйтәм


Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Раббының Рухы ярҙамында Алла торлағы булып төҙөләһегеҙ.


Алланың бөтөн изге кешеләре менән берлектә Мәсих мөхәббәтенең иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә алыуығыҙ һәм кеше аҡылы һыйҙыра алмаҫлыҡ был мөхәббәтте танып белеүегеҙ өсөн доға ҡылам. Шулай һеҙҙе Алланың бар тулылығы солғап алыр.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ.


бөтөнөгөҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам,


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылғанда Аллаға, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ,


сөнки Ғайса Мәсихкә иманығыҙ һәм бөтөн Алланың изге халҡына булған мөхәббәтегеҙ тураһында ишеттек.


Уяу булығыҙ, шөкөр итеп доға ҡылып тороғоҙ.


Иң элек шуны үтенеп һорайым: барлыҡ кешеләр, шулай уҡ батшалар һәм етәкселәр өсөн дә Алла алдында доға ҡылығыҙ, һорағыҙ, ялбарығыҙ һәм рәхмәт белдерегеҙ. Беҙҙең һәр яҡлап Аллаға ихтирамлы һәм кешеләргә тейешенсә мөнәсәбәттә булып, имен һәм тыныс ғүмер итеүебеҙ өсөн шулай итегеҙ.


Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф намыҫ менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.


сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм.


Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ