Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:17 - Инжил

17 Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ҡотолоуҙы торҡа итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:17
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк.


Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – тимер кейем, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейәйек.


Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.


Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткерләнгән ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәтендә балҡып торған ҡояштай.


– «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.


Ғайса уға: – Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Алланың Яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ