Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:10 - Инжил

10 Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:10
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.


Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен,


Имандаштарым, инде шуны әйтәм, Раббыныҡы булғанығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.


Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.


Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ.


Улым, һин Ғайса Мәсих аша бирелгән мәрхәмәткә таянып нығын.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Балалар, һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ Атаны танып белдегеҙ. Аталар, мин һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып белдегеҙ. Егеттәр, мин һеҙгә яҙҙым, сөнки һеҙ көслө, Алла һүҙе һеҙҙең күңелегеҙҙә йәшәй, һәм һеҙ Иблисте еңдегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ