1 Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.
1 Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.
Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған.
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.
Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.
Әммә ҡанун үҙе – изге, әмер ҙә шулай уҡ изге лә, ғәҙел дә, яҡшы ла.
Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.
Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға