9 Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!
Ғайса, Үҙенә табан килгән Нафанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.
Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелек менән һуғарылған булыуығыҙға, һәр төрлө белемгә эйә икәнлегегеҙгә һәм бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам.
Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?
Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең Башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек.
Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫлөктө генә һөйләһен.
Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп, сафҡа тороғоҙ.
Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.
Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ.
Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.
Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.
Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,
Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.
Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.