Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 5:8 - Инжил

8 Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыла булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 5:8
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!


Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә. Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».


Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.


Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.


Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.


Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.


Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса уларҙың күҙенән юғалды.


Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем.


Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә.


Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?


Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ.


элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ.


Беҙҙе яҡтылыҡ батшалығында Алланың изге халҡының мираҫынан өлөш алыуға хаҡлы иткәнгә, Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ