7 Ундайҙар менән бергә булмағыҙ.
Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?
Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар бер тәндең ағзалары, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар һәм вариҫтар.
Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.
Кешеләргә ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.
Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Вавилондың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.