Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 5:6 - Инжил

6 Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 5:6
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Ғайса һөйләй башланы: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!


Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара.


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.


Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде.


Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартып, шунан Аллаға ҙур ҡаршылыҡ булмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.


Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ