4 Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға рәхмәт ҡылығыҙ.
4 Оятһыҙ хәбәр, ғәйбәт, төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға шөкөр итегеҙ.
зинасылыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, йөрәгенән сыға.
Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.
Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.
тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.
Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!
доғаларымда иҫкә алып, Аллаға һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ рәхмәт әйтәм
Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.
Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.
Ә хәҙер быларҙың бөтөнөһөнән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ.
Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән!
Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: һеҙгә, Ғайса Мәсихтекеләргә, Алла ихтыяры шундай.
Шуға күрә Мәсихкә һылтанып, бурысыңды үтәүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алһам да,
Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ.
Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.
Ә тәҡүә Лотты уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан ҡотҡарған.
Былар иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.
Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.