30 Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.
беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ.
Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!
Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.
Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә, Мәсих берҙәмлекте хәстәрләгән кеүек, туҡландыра һәм ҡайғырта.
Ул Мәсихтең, тимәк, тәндең Башын тотмай. Ә бөтөн тән Баштан башлана һәм быуындары, тарамыштары менән үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алла ҡушыуы буйынса үҫә.