26 Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.
– Бығаса йыуынған кешенең бөтә тәне таҙа була. Шуға күрә уның аяҡтарынан башҡа ерен йыуырға кәрәкмәй. Һеҙ таҙа, әммә бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса.
Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ.
Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.
хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән килгәнен беләләр.
Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!
Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.
Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.
Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һинең яныңда, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул.
Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.
Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.
Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.
Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.
Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.
Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.
Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.
Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.
Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?
Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән.
Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.
Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.
Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.
Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә итәғәтле булғанығыҙ һәм Уның ҡаны өҫтөгөҙгә бөркөлөү аша таҙарынғанығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!
Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.
Ә инде кем уларға эйә түгел, шул алыҫтан насар күргән һуҡыр һәм үҙенең элекке гонаһтарынан таҙарыныуын онотҡан кеше.
Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул.
Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға: