Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 5:25 - Инжил

25 Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 5:25
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Имандаштар берҙәмлеге Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа һәр тарафтан ирҙәренә буйһонһон.


Шулай уҡ ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата.


Шулай итеп, һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен.


Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ.


бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.


Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ