Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 5:20 - Инжил

20 бөтөн нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 бөтә нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 5:20
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер.


Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр.


Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр.


Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсих аша Уның мәрхәмәте бүләк ителде.


Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр.


Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға рәхмәт ҡылығыҙ.


Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын, мин Аллама рәхмәттәр уҡыйым,


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән!


Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: һеҙгә, Ғайса Мәсихтекеләргә, Алла ихтыяры шундай.


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Беҙ иһә һеҙҙең өсөн, Раббының ҡәҙерлеһе булған имандаштар, һәр ваҡыт Аллаға рәхмәтле булырға тейешбеҙ, сөнки Рухтың һеҙҙе изге итеүе һәм хәҡиҡәткә ышаныуығыҙ аша ҡотҡарыу өсөн Алла һеҙҙе тәүҙән һайланы.


Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ