17 Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ һәм Раббы ихтыярын аңлағыҙ.
17 Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ, Раббы ихтыярын аңлағыҙ.
Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер.
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.
Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.
Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.
Ят кешеләр менән, ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҡыллы рәүештә мөғәмәлә итегеҙ.
Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: һеҙгә, Ғайса Мәсихтекеләргә, Алла ихтыяры шундай.