16 Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ.
16 Һәр уңайлы мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ.
Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшә.
Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.
Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ.
Хәҙерге ауыр заманды иҫтә тотоп, кешенең өйләнмәгән хәлдә ҡалыуын яҡшы тип иҫәпләйем.
Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте.
Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.
Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бөтөнөһөн еңгәнгә тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла ҡоралдарының бөтөн төрҙәренә кейенегеҙ.
Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүгә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ.
Ят кешеләр менән, ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҡыллы рәүештә мөғәмәлә итегеҙ.