12 Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят.
Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.
Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.
Ләкин бөтөн йәшерен нәмәләр ҙә яҡтылыҡта фаш ителә,
Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.
Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ.
Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.