11 Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.
Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарған булырһың.
Әммә ул, ағаһының ҡатыны Иродиаданы ҡатынлыҡҡа алғаны һәм башҡа яуызлыҡтары өсөн, өлкә идарасыһы Иродты шелтәләгән.
Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.
Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.
Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ.
Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.
Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.
Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,
Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят.
Ундайҙар менән бергә булмағыҙ.
Беҙҙе яҡтылыҡ батшалығында Алланың изге халҡының мираҫынан өлөш алыуға хаҡлы иткәнгә, Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.
Йоҡлаусылар төндә йоҡлай, эскеселәр төндә эсеп иҫерешә.
Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.
Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.
Гонаһ ҡылғандарын иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтөнөһө алдында фаш ит.
Кешеләргә ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.
Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.
Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.
Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.
Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.
Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Вавилондың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.