10 Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ.
Бының менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.
Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,
Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.
Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ.
Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.
Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә.
Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.
Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,
Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә.
һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ.