7 Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бирҙе.
7 Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бүләк итеп бирҙе.
Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән. Ә үҙе китеп барған.
Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.
Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.
Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.
Һеҙгә хеҙмәт итеү өсөн, миңә Алла мәрхәмәте менән бирелгән вазифам тураһында ишеткәнһегеҙҙер.
Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,
Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.
Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.