4 Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ бер тән һәм Рух та бер.
4 Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ – бер тән һәм Рух та бер.
Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,
Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоуыбыҙға ышанабыҙ.
Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.
Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ.
Һәм бына һөҙөмтәлә ағзалар күп, әммә тән бер генә.
Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рух бирелһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләй икән, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.
Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, беҙҙең мираҫыбыҙҙың Алланың изге халҡы араһында ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт
Ғайса Мәсих арҡысаҡтағы үлеме менән арағыҙҙағы дошманлыҡты юҡҡа сығарып, ике яҡты ла бер тәндә Алла менән татыулаштырҙы.
Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыу юлы бар.
Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Раббының Рухы ярҙамында Алла торлағы булып төҙөләһегеҙ.
Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.
Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.
Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ һеҙ өмөтләнгән һәм күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләккә нигеҙләнгән. Һеҙ был турала хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.
Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ!
Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббы Ғайса үҙе һәм Атабыҙ Алла
Ҡотҡарыусыбыҙ Алла һәм өмөтөбөҙ Ғайса Мәсихтең әмере буйынса Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә, Алла донъя башланғанға тиклем үк вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.
Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.
беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.
Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.
Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.