Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:31 - Инжил

31 Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:31
62 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Павелды Алла Йортонан һөйрәп алып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйҙылар.


Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Шуға күрә, иҫке – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек.


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫлөктө генә һөйләһен.


Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.


Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ.


Ә хәҙер быларҙың бөтөнөһөнән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ.


Шулай уҡ, ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, яла яғып йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын.


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән,


Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм ялҡаулыҡтан тыш ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.


Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең.


ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш.


өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;


Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,


Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ.


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.


Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ташлағыҙ!


Беҙгә Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булырға ярамай. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.


Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте, батшалығы һәм Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты, сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ