3 Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ.
3 Алла Рухы биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ.
Әгәр ҙә халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышһа, был батшалыҡ тороп ҡала алмаҫ,
Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ.
Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер рухлы һәм бер фекерле булығыҙ.
Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ.
Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ бер тән һәм Рух та бер.
Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ.
Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.