Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:29 - Инжил

29 Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:29
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.


Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.


Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте.


Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ.


Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.


Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе һеңерҙәр ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.


Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.


Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Шулай уҡ, ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ