Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:28 - Инжил

28 Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:28
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.


Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.


Үҙ ҡулдарыбыҙ менән ауыр хеҙмәт итеп көн күрәбеҙ. Беҙгә ләғнәт уҡыйҙар, ә беҙ фатиха менән яуап бирәбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр – беҙ түҙәбеҙ.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Уларҙың, ауыр һынау ебәрелһә лә, ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.


Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.


Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон.


Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.


Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ