26 Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.
Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.
Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы.
Ғайса, уларҙың ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, асыулы ҡараш ташланы ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙыуға ҡулы һауыҡты.
Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,
сөнки кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй.